Күләмле сараны район бренды булараҡ йыл һайын ойоштороу күҙаллана. Уның маҡсаты – башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау, милли йолаларҙы үҫтереү. Фестивалгә әҙерлек буйынса һорауҙар Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов менән осрашыуҙа күтәрелде.
Башҡорт аты фестивале Баймаҡта тәүге тапҡыр 2014 йылда үтте. Хәҙер уны Рәсәй, хатта халыҡ-ара кимәлгә сығарыу маҡсаты ҡуйыла. Сөнки тап Баймаҡ башҡорт тоҡомло аттарҙы күпләп үрсетеүсе, йылҡысылыҡ продукцияһын тотош республикаға таратыусы алдынғы район һанала. Киләсәктә был фестиваль Баймаҡтың брендына әйләнер тип көтөлә.
Айнур Кәбиров







