Рейтинглы яҡташтар. «Берҙәм Рәсәй» партияһының сираттағы проекты һөҙөмтәләре иғлан ителде. Йәмәғәт фекере лидерҙары араһында үткән тауыш биреү еңеүселәре бөгөн «Торатау» конгресс холлында тәбрикләнде. Улар араһында төрлө һөнәр, социаль ҡатлам вәкилдәре бар.
Башланғыста конкурсҡа 18 мең яҡташ һайлап алынған. Уларҙың 5 меңе интернет тауыш биреүгә сығарылған. Һөҙөмтәлә республика буйынса 400-ләгән йәмәғәт фекере лидеры еңеүсе тип табылған. Конкурс башлыса виртуаль киңлектә ойошторолһа ла, халыҡ араһында абруйлы шәхестәрҙе асыҡлау маҡсатын ҡуя.
Еңеүсе «Яҡташтар» араһында Йылайыр районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Коротков та бар. Проектта еңеү уның өсөн дә көтөлмәгән ваҡиға булған. Юғары рейтинг сәбәбен ул оҙаҡ йылдар дауамында халыҡ менән эшләүҙә күрә.







