«Уралсиб» ҡыйығын үҙ иткән ыласындарҙың ҡошсоҡтарына бөгөн орнитологтар билдә ҡуйҙы

Хәҙер улар ҡушаматлы. «Уралсиб» ҡыйығын үҙ иткән ыласындарҙың ҡошсоҡтарына бөгөн орнитологтар билдә таҡты. Ҡоштар донъяһын өйрәнеүселәр менән Башҡортостан юлдаш телеканалының ижади төркөмө осрашты.

Өфө, Салауат, Спартак һәм Пионерия. «Уралсиб» банкы ҡыйығында йәшәгән ыласын ҡошсоҡтарына орнитологтар шулай тип ҡушамат бирҙе. Уларҙың икеһе ата, икеһе инә ҡош. Быйыл 19 майҙа сыҡҡан ҡошсоҡтарҙың тәпәйҙәренә белгестәр билдә лә таҡты. Билдә ярҙамында ҡошто тотмай алыҫтан фотоға төшөрөп мәғлүмәт алырға була, ти белгестәр.

Ҡышларға улар икенсе төбәктәргә осоп китә. Ҡоштар миграцияһын өйрәнеүҙә билдәләр ярҙам итәсәк. Еңел материалдан эшләнгән балдаҡтар ыласындарға ҡамасауламай.

Полина Полежанкина, биология фәндәре кандидаты, орнитолог

Банк ҡыйығына ыласындар 2006 йылдан бирле оялай. Ойошма хеҙмәткәрҙәре уларҙы ҡарап, тәрбиәләп тора.

Ҡошсоҡтар осорға өйрәнгәндә ҡолап төшә. Беҙ уларҙы эҙләп сығабыҙ. Йә бер квартал ары төшөп ултыралар. Уларҙы ҡарарға махсус хеҙмәткәр кәрәк тигән уй ҙа бар.

Марат Мамлеев ,»Уралсиб» банкының өфө филиалы етәксеһе

Йыртҡыс ҡоштарҙы тура эфирҙа күҙәтергә мөмкин. 2019 йылдан банк хеҙмәткәрҙәре видеокүҙәтеү ҡоролмаһы ярҙамында ыласындар тураһында онлайн-трансляция алып бара.

Сәнәғәт предприятиеларының торбаларында, бейек объекттарҙа ла оя ҡоралар. Өфө тау башында һәм уны төрлө яҡлап йылғалар уратҡан. Шуға ла беҙҙә улар күпләп йәшәйҙер, тип фаразлайбыҙ.

Эльза Ғәббәсова, Рәсәй ҡоштарын һаҡлау союзының Башҡортостан бүлеге рәйесе
Выборы 2026

Башҡа ҡалалар менән сағыштырғанда, Өфөнө тау-таш һәм ҡаяларҙа йәшәүсе ҡоштар нығыраҡ үҙ итә, ти орнитологтар. Ҡоштар донъяһын өйрәнеүселәр әйтеүенсә, баш ҡалала ундан ашыу ыласын пары бар.

Фото №1 - «Уралсиб» ҡыйығын үҙ иткән ыласындарҙың ҡошсоҡтарына бөгөн орнитологтар билдә ҡуйҙы

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ