Башҡортостан тарихына виртуаль сәйәхәт

Республиканың Һанлы үҫеш министрлығы төбәк тарихы һәм мәҙәниәтенә бағышланған заманса курс тәҡдим итә. Һуңғы уҡыу йылы аҙағында курс төбәктең бер нисә ҡала мәктәптәрендә апробация үтеп, ыңғай баһаланған.

Онлайн-курс йөкмәткеле видеороликтар, иллюстрациялар, 3D моделле объекттар һәм виртуаль уйындар менән байытылған. Программаны булдырыу менән республиканың алдынғы ғалимдары, тел белгестәре һәм археологтары шөғөлләнгән.

Иң мөһиме: курс мәктәптәрҙәге электрон көндәлеккә тоташтырылған. Ҡулланыусылар уңайлығы өсөн курстың мобиль версияһы ла бар. Программа менән Башҡортостандың электрон белем биреү порталында танышырға мөмкин.

Фото №1 - Башҡортостан тарихына виртуаль сәйәхәт

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ