Өфөлә етмеш уҡыусы юнармия сафына ҡабул ителде

Башҡортостанда хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәтендә 21 меңдән ашыу уҡыусы иҫәпләнә. Улар Рәсәй географияһы һәм тарихын төплө өйрәнә. Шулай уҡ юнармиясылар беренсел медицина ярҙамы күрһәтә белә, башланғыс хәрби әҙерлек үтә.

Ирекмәнлек менән шөғөлләнәләр, тарихи реконструкцияларҙа, Хәтер вахталарында ҡатнашалар. Был әҙерлек хәрби юлдан киткән юнармия ағзаларына өҫтөнлөк бирә.

Фото №1 - Өфөлә етмеш уҡыусы юнармия сафына ҡабул ителде

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ