Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары етәкселегендәге хөкүмәт ағзалары делегацияһы урындағы халыҡ менән Оло Басай ауылында осрашты.
Ултырышта ер һәм ҡаҙылма байлыҡтар мәсьәләһе күтәрелде. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы вәкилдәре хапыҡҡа бесәнлектәрҙе ҡуртымға алыу нескәлектәрен һөйләне.
Осрашыуҙа һәр ғариза биреүсегә лә документтар менән ярҙам итеү тураһында килешелде. Хөкүмәт ағзалары шулай уҡ алтын һәм таш сығарыусы предприятиеларҙың да эшмәкәрлеген контролдә тотоуын белдерҙе. Был өлкәлә ялыуҙар буйынса махсус ведомство-ара комиссия тикшереүҙәр ойошторасаҡ.
Айнур Кәбиров




