Профессиональ байрам уңайынан ойошторолған тантана район мәҙәниәт йортонда үтте. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Азат Арыҫланов Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәге хеҙмәткәрҙәрен Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Шулай уҡ ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү дәүләт программаһы сиктәрендә районда йәшәүсе Дарья исемле ҡыҙға яңы фатир асҡысы тапшырылды.
Рәзилә Ғиниәтуллина







