Асыҡланыуынса, халыҡтың 85 проценты үҙен илһөйәр тип һанай. “Рәсәй көнө илебеҙҙә йәшәгән барлыҡ халыҡтар дуҫлығын, уртаҡ тарихыбыҙҙы сағылдырған байрам, ирешкән уңыштарыбыҙ – берҙәмлектә”, тигән фекерҙә Ейәнсура районы Таҙлар урта мәктәбенең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Әнзинә Дүшәнбаева. Хәҙерге көсөргәнешле ваҡытта Рәсәй халҡының татыулығы, дуҫлығы мөһим. Шулай йәшәгәндә генә ил көслө һәм ныҡ була.







