Баймаҡ районында “Башҡорт аты” фестивале уҙа. Ойоштороу комитеты ултырышында беренсе вице-премьер Азат Бадранов ҡатнашты. Фестивалде быйыл августа уҙғарыу ҡарала. Уның барышында йылҡысылыҡты үҫтереү, ҡымыҙ етештереү, халыҡ кәсептәрен тергеҙеү мәсьәләләре күтәрелә. Район хакимиәтенең башлығы беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов һөйләй.







