Ул Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды. Был һәйкәлгә 1957 йылда Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 400 йыллығы уңайынан нигеҙ һалынған. Ул башҡорт һәм рус халыҡтары дуҫлығын символлаштыра. Радий Хәбиров шулай уҡ башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабич һәйкәленә сәскә һалды. Был һәйкәл 2019 йылда асылған. Бөгөн шулай уҡ Салауат Юлаев тыуыуының 267 йыллығы билдәләнә. Радий Хәбиров милли герой һәйкәленә сәскә һалды. - Бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа республика тотороҡло үҫешә. Сәсеүҙе яҡшы башҡарҙыҡ, мул уңыш көтәбеҙ. 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан ҙур саралар була. Юлдарҙа, ихаталарҙа тәртип урынлаштырабыҙ, күп социаль һәм мәҙәни объекттарҙы төҙөкләндерәбеҙ, - тине Радий Хәбиров.







