Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы Өфөләге Шаҡша күперендә ремонт буласаҡ тип хәбәр итте. Эштәр киләһе йылда башланырға тейеш. Ведомство етәксеһенең беренсе урынбаҫары Виктор Жульков шулай тип белдерҙе.
Шаҡша күпере 1984 йылда төҙөлгән. Уға реконструкция талап ителә.







