1917 йылдың төп ошо көнөндә “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире” тигән газета донъя күрә. Июлдән баҫма “Башҡорт” тип үҙгәртелә, аҙаҡ “Башҡортостан хәбәрҙәре”, “Ҡыҙыл Башҡортостан”, “Совет Башҡортостаны” тигән исемдәр менән сыға. Бөгөн ул “Башҡортостан” тип атала. Республикала әле баҫма матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө үтә. Республика Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” газетаһының баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов әйтеүенсә, матбуғатҡа яҙылыусылар араһында төрлө бүләктәр ҙә уйнатыла.
Бөгөн Өфөлә матбуғатҡа яҙылыу көнө уҙа. Матбуғат йорто алдындағы майҙанда баҫмаларға яҙылырға мөмкин.







