Байрамса Өфө. Ошондай исем аҫтында баш ҡала үҙәгендә байрам тамашаһы ойошторолдо. Сара Рәсәй көнөнә, милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә һәм ҡала көнөнә арнала. Майҙанда янғын һүндереү техникаһы, ретро автомобилдәр күргәҙмәһе, оҫтаханалар ойошторолдо, костюмдар парады үтте. Шулай уҡ 14 йәше тулған уҡыусыларға паспорттар тапшырылды. Байрамдан БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Өфөнөң тиҫтәнән ашыу уҡыусыһы өсөн был көн иҫтәлекле ваҡиға менән хәтерҙә ҡаласаҡ. Улар паспортты тантаналы шарттарҙа, республика башлығының ҡулынан алды. Балалар баш ҡаланың төрлө мәғариф учреждениеларында белем ала. Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Байрас Бикбаев тантанаға ата-әсәһе менән килгән.
Уҡыусылар барыһы ла олимпиадалар, конкурстар, спорт ярыштары еңеүселәре. Байрам көнөндә балалар өсөн башҡа саралар ҙа ойошторолған.
Байрам ҡунаҡтарын Башҡортостан башлығы ла тәбрикләне. Алда тарихи дата, юбилейҙы лайыҡлы ҡаршы алыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, тине Радий Фәрит улы.
Өфөнөң үҙәк урамдары байрам көнөндә оло бер тамаша майҙанына әүерелде. Бында ретро автмобилдәр күргәҙмәһен дә, янғын һүндереү машиналарын да күрергә мөмкин. Мәҫәлән, был техника бейек ҡаттарҙағы утты һүндереү өсөн тәғәйенләнгән.
Майҙанда оҫталарҙың ҡул эштәре лә ҡуйылған. Мәҫәлән, «Любизар» хәрби-патриотик клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов Өфөнөң тыуған көнөнә ағастан үҙенсәлекле ижад емештәре әҙерләгән.
Өфөнөң Ленин урамында костюмдар парады ойошторолдо. Бында милли кейемдәрҙә килеүселәрҙе лә, әкиәт геройҙарын да күрергә мөмкин. Ҡатнашыусылар араһында өлкән быуын вәкилдәре лә, балалар ҙа күп. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев әйтеүенсә, Башҡортостандың баш ҡалаһын ыңғай үҙгәрештәр ҙә көтә, социаль объекттар төҙөүгә, төҙөкләндереүгә ныҡлы иғтибар биреләсәк.
Ошонда уҡ концерт программаһы ла ойошторолдо. Өфө халҡы алдында Мәскәү, Санкт-Петербург, Пермь ҡалаларының урам театрҙары сығыш яһаны. Бай йөмәткеле тамашанан Башҡортостан сәхнә оҫталары ла ситтә ҡалманы.
Рәмзиә Кәримова





