Шулай тип билдәләне, Радий Хәбиров колонналар залында тәбрикләнеүселәрҙе сәләмләп. Рәсәй көнө һәм Өфө ҡалаһының тыуған көнөндә ул дәүләт наградалары тапшырҙы. Орден-миҙалдар, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән Донбассҡа гуманитар ылау алып барыусылар бүләкләнде.
Башҡортостан Донбассҡа аҙыҡ-түлек, медикаменттар, кәрәк-яраҡтар, төҙөлөш материалдары менән 10 ылау ебәрҙе. Әле Красный Луч ҡалаһында республиканан төрлө тармаҡ белгестәре эшләй. Юлдар һәм социаль объекттар төҙөкләндерелә. Төбәк етәксеһе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына һәм миграция хеҙмәтенә лә рәхмәтен еткерҙе.
Рәмилә Исмәғилева





