Берҙәмлектә көс. Кушнаренко районының Ҡалтай ауылы халҡы Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәргә гуманитар ярҙам йыйған. Изге башланғыс менән урындағы ҡатын-ҡыҙҙар берлеге сыҡҡан.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ауыл халҡы 58 мең һум аҡса туплаған. Был суммаға тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары һатып алына. Донбассҡа тәғәйенләнгән барлыҡ продукция район үҙәгендәге гуманитар ярҙам йыйыу пунктына оҙатылды. Ҡалтайҙар хәйриә сараларын артабан да уҙғарырға ниәтләй.
Гөлназ Хәйбуллина







