Беларусь ауыл сәнәғәте аҙналығы сиктәрендә республика вәкилдәре «Белагро-2022» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәне ҡараны. Унда Беларусь, Рәсәй, Германия, Ҡытай, Польша кеүек илдәрҙән 400-ҙән ашыу компания ҡатнашты.
Делегация ағзалары шулай уҡ үҫемлекселекте, малсылыҡты, ҡошсолоҡто үҫтереүҙәге тәжрибә, тауарҙы эшкәртеү, төрөү, һаҡлау технологиялары менән танышты, ауыл хужалығы техникаһы өлгөләрен ҡараны.
Илдар Байбулатов




