Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары яҙғы сессияның йомғаҡлау ултырышында «Башҡортостанда ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индерергә планлаштыра. Ҡанун проекты биш меңдән кәмерәк кеше йәшәгән ауылдарға ҡағыла.
Был биләмәләрҙә стационар сауҙа объекттары һәм дөйөм туҡланыу урындары төҙөлөшө өсөн ер участкаларын торг ойоштормай тапшырырға тәҡдим ителә. Шул уҡ ваҡытта муниципаль райондарҙың административ үҙәктәрендә әлегә тәртипте ҡалдырыу ҡаралған. Парламент етәкселеге билдәләүенсә, закондың ҡабул ителеүе ауыл халҡының йәшәү сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк.
Бөгөн республиканың мең һигеҙ йөҙ ауылында стационар сауҙа объекттары бөтөнләй юҡ. Йәғни йөҙ меңдән ашыу кеше кәрәкле тауарҙарҙы, шул иҫәптән аҙыҡ-түлекте үҙҙәренә уңайлы ваҡытта һатып ала алмай. Ауыл үҫһен, кешеләр ҡалаға китмәһен өсөн уларға уңайлы йәшәү шарттары булдырыу мотлаҡ. Закон проекты эшҡыуарҙарға яңы биләмәгә инеп, магазин, сауҙа нөктәләрен асыу процессын еңеләйтә.
Гөлназ Хәйбуллина







