Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында «Тамсылар» көндөҙгө һауыҡтырыу лагеры уңышлы эшләп килә. Унда 7 йәштән 14 йәшкә тиклем 150 бала йөрөй.
Тәрбиә эше дүрт йүнәлештә алып барыла: рухи-әхләҡи, патриотик, эстетик-зауыҡ һәм сәләмәтләндереү. 21 көнгә уҡыусылар өсөн туҡлыҡлы меню ла төҙөлгән. Тәжрибәле педагогтар балаларға дөрөҫ туҡланыу буйынса лекциялар ҙа ойоштора.
Малай-ҡыҙҙар өсөн лагерҙа милли уйындар, спорт ярыштарынан тыш, төрлө тематик саралар ҙа ойошторола. Уҡыусыларҙың һәр минуты алдан иҫәпләнгән, йәйге ял файҙалы һәм күңелле үтә, ти улар.
Гөлназ Хәйбуллина




