Өфө «Мәргән уҡсы» балалар турнирын ҡабул итте

«Төньяҡ амурҙары» ярышында Өфөнөң Совет, Киров, Дим райондары, Шамонин ауылы, Ишембай, Учалы, Ейәнсура һәм Бүздәк райондары спортсылары ҡатнашты.

Ойоштороусылар сараның географияһын киңәйтеп, уны йыл һайын уҙғарырға ниәтләй. Турнир 9, 13 һәм 17 йәшлек үҫмерҙәр араһында үтте. Өлкәнерәктәр зачеттан тыш сығыш яһаны. Һынау бер нисә этаптан торҙо. Һәр этапта сәп менән ара ҙурайтыла барҙы. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа милли костюмдарҙа сығыш яһаны.

Фото №1 - Өфө «Мәргән уҡсы» балалар турнирын ҡабул итте

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ