Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн технологик эштәр барышында цехтарҙың береһендә урынлашҡан һыу йылытыу мейесенән ялҡын бәреп сыҡҡан. Һөҙөмтәлә 1963 йылғы ир вафат булған. Тағы ла өс кеше тән йәрәхәттәре менән дауаханаға һалынған.
Пациенттарҙың береһе ауыр хәлдә реанимацияла ята. Фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүгә ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 30 хеҙмәткәре һәм 9 берәмек техника йәлеп ителгән. Был хәлдең сәбәбен белгестәр эштәр ваҡытында хәүефһеҙлек техникаһы талаптарын боҙоу менән бәйләй.
Осраҡ буйынса тәфтиш бүлеге енәйәт эше ҡуҙҡатҡан. Әле предприятиела янғын хәүефһеҙлеге саралары көсәйтелгән. Ҡазаға тарыусыларҙың ғаиләләренә матди ярҙам күрһәтеләсәк.




