Бөгөн Бөтә донъя донорҙар көнө билдәләнә

Ошо уңайҙан Өфөлә 183 кешегә Рәсәйҙең почетлы доноры исеме һәм билдәһе тапшырылды. Донор булыр өсөн, ниндәй талаптар бар? БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Илгиз Йәнекәйев өсөн ҡан тапшырыу станцияһы коридорҙары күптән таныш. Уның донация тәжрибәһе - ике тиҫтә йылдан ашыу. Был эштә күптән иҫәпте юғалтҡаным инде, ти донор. Әммә берәүһе мәғлүм: был һан 40-тан ашыу. Сөнки Рәсәй почетлы доноры исеме һәм значогы алыр өсөн, шунса тапҡыр ҡан тапшырыр кәрәк.

Бөгөн тантаналы шарттарҙа Илдең почетлы донор исеменә 183 кеше лайыҡ булды. Йәмғеһе республикала улар 12 мең. Ҡан материалдарына төбәктә ҡытлыҡ юҡ. 2013 йылдан бирле республикала бушлай донорлыҡ ойошторолған.

Ҡан тапшырыу һөҙөмтәһендә републикала йыл һайын 15 меңгә яҡын кешенең ғүмере ҡотҡарыла. Ковид пандемияһы шарттарында был һан тағы бер нисә меңгә артҡан. Был инфекциянан дауаланған кешенән плазмаһын күсереү буйынса методиканы ҡулланыу һөҙөмтәһендә мөмкин булған. Күрһәткестәр буйынса Республика ҡан ҡойоу станцияһы илдә тәүгеләр рәтендә. Ойошмала хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре лә ҡан тапшыра.

Изге эштә сәләмәтлеге булған һәр кем ҡатнаша ала. Донорҙың 18 йәштән өлкән, ауырлығы 50 килограмдан күберәк булыуы, инфекция һәм башҡа ауырыуҙары булмауы мөһим. Төбәктә ниндәй ҡан төркөмө һәм уның компонеттары талап ителгәне донорҙар светофорынан ҡарарға мөмкин. Әлеге ваҡытта, мәҫәлән, төркөмө - беренсе, резусы тиҫкәре булған ҡанда ихтыяж бар.

Фото №1 - Бөгөн Бөтә донъя донорҙар көнө билдәләнә

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ