Башҡортостандан Силәбегә йәйәүләп

Сәйәхәтселәр һәм блогерҙар яңы туристик маршрут һалыуҙа ҡатнашты. Ирекмәндәр 500 километр һуҡмаҡты үтеп, ағастарҙа билдәләр ҡуйып сыҡты. Яңы туристик һуҡмаҡ Көньяҡ Уралда иң ҙур йәйәүле маршрут буласаҡ тип көтөлә. Артабан мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Сәйәхәтселәр туристик һуҡмаҡтың иҫтәлекле урындарында билдәләр ҡуйып сыҡты. Отнурок ауылы ирекмәндәр иғтибарын йәлеп иткән төп майҙандың береһе. Яланғас тауы эргәһендәге биләмә тирәләй ял итеүселәр һаны йылдан-йыл арта.

Көньяҡ Урал һуҡмағы Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең популяр туристик урындарын берләштерә. Яҡтыкүлдә старт алған маршрут күрше төбәктәге Турғаяҡ күлендә тамамлана. Сәйхәтселәр әйтеүенсә, һуҡмаҡты үтеү өсөн палатка, ауыр рюзактар кәрәкмәй. Төн йоҡлау өсөн торлаҡ тәҡдим ителгән ауыл биләмәләре бар.Урындағы халыҡ туристар килеүен ыңғай тәҫьораттар менән ҡабул иткән. Улар ауылға сәйхәтселәрҙе йәлеп итеү өсөн хеҙмәттәшлеккә әҙер.

Һуҡмаҡҡа килтергән юлды төҙөкләндерергә әҙерләнәбеҙ, сөнки ауыл үҫеше туристар менән бәйле. Улар бында күпләп килгәндә инфраструктура яҡшырасаҡ, бюджетҡа ла ярҙам була.

Надежда Фәйрүзова, Нур ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы

500 километрға һуҙылған маршрутты ҡайҙан башлаһаң да була, сөнки һуҡмаҡта 50 километр һайын туҡталыш иҫәпләнгән. һуҡмаҡта билдәләр ҡуйып, сүп-сар ҡаптарын ҡалдырыу өсөн блогер Рәис Ғәбитов хәйриә акцияһын иғлан иткән. Сәйәхәтсе талап ителгән сумманы йыйып туристик һуҡмаҡты ойоштороу проекты өҫтөндә эшләй башлаған

Туристик маршрутты ойоштороу өсөн аҡсаны бер тәүлек эсендә йыйҙыҡ һәм бик ҡыуандыҡ. Халыҡтың республикала сәйәхәт итергә теләге ҙур. Башланғыстар тормошҡа ашты, тимәк беҙ дөрөҫ юлдабыҙ.

Ирекмәндәр маршруттың бер өлөшөндә генә билдәләр ҡуйып өлгөргән, ағастарҙы тамғалау артабан дауам итә. Проекттың маҡсаты сәйәхәткә ҙур сумма сарыф итмәй, төбәктең хоҙур тәбиғәтен мөмкин тиклем күп кешегә күрһәтеү.

Фото №1 - Башҡортостандан Силәбегә йәйәүләп

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ