Баймаҡ районы Бетерә ауылында урындағы эшҡыуарҙар башланғысы менән республикала беренсе урман һабантуйы үтте. Үҙенсәлекле байрамға БЮТ хәбәрселәре лә тамаша ҡылды.
Мотобысҡы һәм балта ярҙамында түмәрҙән айыу һынын юныу. 11 кәсепсегә байрамда урмансы оҫталығын күрһәтеү форсаты булды. Жюри ғәҙәти һабантуйға хас булмаған ярышта ҡатнашыусыларҙың эшен юғары баһаланы.
Урман һабантуйында ҡатнашыусылар ағас йығыу, йәш үҫентеләрҙе ултыртыу, балта һаплау, таҡта йышыу кеүек ярыштарҙа көс һынашты. Балалар һам ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә махсус уйындар ойошторолдо.
Һыбайлылар урынына урман һабантуйында техника ярышты. Тәгәрмәсле трактор йөрөтөүселәр ҡымыҙ шешәһен бағанаға ултыртыуҙа, бүрәнә күтәреү, арба тағыу һәм гаражға инеү оҫталығын күрһәтте.
Көрәш майҙанын балта батырҙары ярышы алмаштырҙы. Унда ҡатнашыусыларға ҡаршылыҡтар һыҙаты аша үтергә тура килде.
Йәмле тәбиғәт ҡосағында үткән Урман һабантуйынан Бетерә халҡы ғына түгел, күрше район-ҡалаларҙан килеүселәр ҙә ситтә ҡалманы. Ярыш еңеүселәренә иҫтәлекле бүләктәр һәм сертификаттар тапшырылды.
Республикалағы беренсе урман һабантуйын Баймаҡ районы эшҡыуарҙары, ағалы-ҡустылы Нәбиуллиндар ойошторҙо. Улар оҙаҡ йылдар төбәктә ағас эшкәртеү менән шөғөлләнә.
Байрамға Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов тамаша ҡылды. Урман һабантуйын юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләп ул, киләһе йылға сараны грантҡа тәҡдим итте.
Урман батырҙарын дәртләндереү өсөн уҙғарылған һабантуй маҡсатына иреште. Байрамға килеүселәрҙең һәр береһе матур тәьҫораттар алып таралышты.
Рафиҡ Әхмәтшин







