Күгәрсен районында «Рәсәй өсөн» еңел атлетика марафоны ойошторолдо

Тыуған илгә һөйөү белдереп. Күгәрсен районында «Рәсәй өсөн» тип исемләнгән еңел атлетика марафоны ойошторолдо. Старт һыҙығына баҫыусылар Төпсән ауылынан алып Мораҙым тарлауығы тәбиғәт паркына тиклем, ун дүрт саҡрым араны йүгереп үтте.

Барлыҡ ҡатнашыусыларға миҙалдар тапшырылды. Марафонда беренсе булып килгән Альберт Юламанов иһә Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтан ҡиммәтле бүләк алды. Тантаналы саранан һуң сәләмәт тормош яҡлылар биләмәлә экологик өмә ойошторҙо.

Фото №1 - Күгәрсен районында «Рәсәй өсөн» еңел атлетика марафоны ойошторолдо

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ