Бөгөн Санкт-Петербургта халыҡ-ара иҡтисад форумы башланды. Унда Рәсәйҙең 500-ҙән ашыу компанияһы, шул иҫәптән, республика делегацияһы ҡатнаша. Башҡортостан Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева һөйләй.
Быйыл республика форум майҙансығында “Башҡортостан” тип аталған башҡорт кухняһы рестораны урынлаштыра. Ул беҙҙе туризм үҫешкән төбәк булараҡ танытыу маҡсатында булдырылған.







