Район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары менән кәңәшмәлә Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, Башҡортостан башлығы ремонтты 15 июнгә тамамлау бурысы ҡуйыуы тураһында иҫкәртте. Әммә бөгөнгә эш 83 процентҡа ғына атҡарылған. Кәңәшмәлә шулай уҡ юл һыҙаттарын һыҙыу мәсьәләһе лә тикшерелде. Бында ла көндәрҙең боҙоҡ тороуы үҙ йоғонтоһон яһаған.
Премьер-министр 27 июнгә тиклем соҡорҙарҙы ямау һәм урындағы әһәмиәтле юлдарҙағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушты. Бынан тыш, Республика юл хужалығы идаралығы менән берлектә 1 июлгә тиклем юл һыҙаттарын һалыуҙы тамамлау бурысы ҡуйылды.




