Өфөлә «Йыл оҫтаһы» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһалды

Күләмле сара һөнәри белем биреү учреждениеларының производствоға уҡытыу мастерҙары араһында ойошторолғайны. Һайлап алыу этабында 44 кеше ҡатнашты, портфолиолағы ҡаҙаныштары буйынса уларҙың унауһы финалға үтте. Бәйге талаптарына ярашлы, башта һәр кем үҙенең эшмәкәрлеге, һөнәри оҫталығы тураһында видеояҙма әҙерләне.

Артабан оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса беренселекте Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы уҡытыусыһы Алексей Храмов яуланы. Тиҙҙән ул Башҡортостан данын ил кимәлендә яҡлаясаҡ. Баһалама комиссияһы ағзалары билдәләүенсә, икенсегә ойошторолған мәртәбәле сарала педагогтар уҡытыуҙа ҡулланған алдынғы технологиялар, уңышлы эш тәжрибәһе менән дә уртаҡлашҡан.

Конкурс сиктәрендә «Оптимизм һәм балаларға һөйөү», «Әүҙемлек һәм эшкә дәрт», «Халыҡ йолаларын, ижадын һаҡлау» номинациялары буйынса ла еңеүселәр билдәләнде. Бүләкләнеүселәр араһында Өфө туҡланыу индустрияһы һәм сервис колледжы уҡытыусыһы Гүзәл Смиян да булды.

Фото №1 - Өфөлә «Йыл оҫтаһы» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһалды

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ