Яҡут республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арналған акцияла ҡатнашыусыларҙы Иглин районы халҡы ҡурай, сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алды.
Сәйәхәтсе Дугуйдан Винокуров Саха-Яҡут республикаһынан Мәскәүгә юлға уҙған йылдың мартында сыҡҡан. Ошо ваҡыт эсендә улар Бүрәт республикаһын, Красноярск крайын, Кемеров, Ҡурған, Силәбе өлкәләрен үтеп Башҡортостанға килеп еткән. Мәскәүҙән һуң сәйәхәтселәр һыбай Санкт-Петербург ҡалаһына юлланырға иҫәп тота.
Флорида Ким







