Халыҡ-ара иҡтисад форумына ҙур өмөттәр бағлап

Башҡортостан Санкт-Петербургтағы иҡтисад форумында 65 миллиард һумға иҫәпләнгән 30-ҙан ашыу хеҙмәттәшлек килешеүе ҡабул итергә ниәтләй.

Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов белдереүенсә, мәҫәлән, «ДОМ РФ» менән 20 миллиард һумға иҫәпләнгән килешеүҙәр ҡабул ителә, был проекттар инфраструктураны яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Аныҡлап әйткәндә, һүҙ Ағиҙел аръяғының үҫеш планы, республика һуғыш ветерандары госпиталенең яңы бинаһын төҙөү, 360 урынға иҫәпләнгән математика лицей-интернатын сафҡа индереү хаҡында бара.

Шулай уҡ Белоруссияның «Амкадор» предприятиеһы менән ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү күҙаллана. Контракттың бар нескәлектәре ҡаралған, холдингҡа ер бүленгән, киләһе йылдың башында завод тәүге продукцияһын сығара башлай. Шулай уҡ Башҡортостан делегацияһы форумда халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу буйынса ла осрашыуҙар уҙғара. Республика Белорусия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлек итә, Иран, Ҡытай буйынса пландар бар, тине Рөстәм Моратов.

Санкт-Петербургтағы иҡтисад форумы сиктәрендә Башҡортостан «Пегас-Агро» компанияһы менән хеҙмәттәшлек килешеүе лә төҙөнө. Документҡа ярашлы, республика хужалыҡтары ташламалы шарттарҙа баҫыуҙарҙы минераль ашламалар менән эшкәртеү өсөн техника алырға мөмкин. Заводта йыл һайын меңдән ашыу техника йыйыла.

Башҡортостан был компанияһың иң төп партнеры һәм һатып алыусыһы булып тора. Һуңғы ике йылда ғына республика аграрийҙары «Пегас-Агро» нан 150 «Томан» үҙйөрөшлө техникаһын һатып алған. Башҡортостан вәкилдәре белдереүенсә, төбәктә матди-техник базаны нығытыуға ҙур иғтибар бирелә, һуңғы ике йылда ғына яҡынса 29 миллиард һумға техника паркы һәм ҡоролмалар яңыртылған.

Фото №1 - Халыҡ-ара иҡтисад форумына ҙур өмөттәр бағлап

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ