Башҡортостандың ҡулланыусылар баҙарында хәл тотороҡло

Етештереүселәр, шул иҫәптән шәкәр заводтары сеймал менән тәьмин ителгән. Тармаҡ предприятиелары тотҡарлыҡһыҙ эшләй, аҙыҡ-түлеккә ихтыяж күҙәтелмәй.

Был турала республиканың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб ултырышында белдерелде. Киләһе йылдың ғинуарынан Рәсәйҙә йорт яны һәм баҡса участкаларында, шулай уҡ шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа йәшелсә культуралары үҫтереүселәргә яңы ярҙам саралары индерелә. Үҙмәшғүлдәргә

йәшелсә үҫтереүгә һәм һатыуға киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн субсидия алырға мөмкин. Төбәк был маҡсатҡа федераль бюджеттан 200 миллион һум алырға иҫәп тора. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ауыл ерендә үҙмәшғүллек менән шөғөлләнеүселәргә дәүләт ярҙамының яңы төрҙәре буйынса мәғлүмәти – аңлатыу эшен ойошторорға ҡушты.

«Беҙ артабан да баҡсасыларға үҫтергән продукцияларын һатышыуҙа ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Йәрминкәләрҙә алыпһатарҙар түгел, ауыл кешеләре үҙҙәре торорға тейеш», – тине республика етәксеһе.

Фото №1 - Башҡортостандың ҡулланыусылар баҙарында хәл тотороҡло
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ