Баймаҡ коммуналь хужалыҡтары автопаркы дүрт яңы техника менән тулыланды

Был Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың төбәктәрҙә урамдарҙы, күп ҡатлы йорт ихаталарын ҡарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү эштәрен алып барыу өсөн транспорт саралары менән тәьмин итеү күрһәтмәһенә ярашлы тормошҡа ашырылды.

Быйыл ҡыш булған бурандар районда махсус техникаларҙың етешмәүен асыҡ күрһәтте. 3-4 метр ҡар өйөмө аҫтында ҡалған йорт алдарын таҙалау бик күп ваҡытты алды.Был хәл Баймаҡта ғына түгел башҡа төбәктәрҙә лә күҙәтелде. Ошоно күҙ уңында тотоп республика хөкүмәте муниципалитеттарҙы өҫтәмә техника менән тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы.

Яңы техниканың өсәүһе – Баймаҡ коммуналь хужалығына, берәүһе – «Һыу селтәре» ойошмаһына тапшырылды. Фронталь тейәгес, МТЗ-82, тейәгес –экскаватор Белорусиялағы «Амкодор», машиналар төҙөү кампанияһында етештерелгән .

Был транспорт төрҙәре – күп функциялы. МТЗ-82 тракторы йәйгеһен тротуарҙарҙы һепереү, үләндәрҙе сабыуҙа ярҙам итһә, ҡышҡыһын иһә урамдарҙы ҡарҙан таҙалауҙа алыштырғыһыҙ ярҙамсы буласаҡ. Заманса системалар менән йыһазландырылған машиналар водителдәр өсөн дә һәр яҡлап уңайлы.

Фото №1 - Баймаҡ коммуналь хужалыҡтары автопаркы дүрт яңы техника менән тулыланды

Раушания Рәхимова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ