Төпкөл ауылдарға – сифатлы медицина

Республикала «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы эшен дауам итә. Сара сиктәрендә баш ҡала һәм район үҙәктәре белгестәре төпкөл ауылдарға сығып, медицина ярҙамы күрһәтә. Өфө маршрутының сираттағы туҡталышы Иглин районының Оло Тәләк ауылында булды. Артабан күсмә медицина үҙәге белгестәре ҡайҙа юлланыр? БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Мәймүнә Кәшфәева күҙҙәрендә ҡом тойғоһо менән белгескә мөрәжәғәт иткән. Бер нисә тикшереүҙән һуң, күсмә дауахана табибы диагноз ҡуя. Катаракта. Ханым ауырыуы тураһында фаразлаһа ла, медицина тикшереүҙәрен кисектереп йөрөй. Сөнки ауылда офтальмолог юҡ, ә район дауаханаһы 50 саҡрымдан ашыу алыҫлыҡта.

Проекттың девизын – «төпкөл ауылдарға – сифатлы медицина» тип атарға мөмкин. Күҙ табибына сираттың ни өсөн ҙур булыуы аңлашыла: ауылда бындай белгес бөтөнләй юҡ. Ғөмүмән, урындағы дауаханала тик терапевт ҡына эшләй.

Офтальмологтан башҡа, бригада составында хирург, кардиолог, невролог, гинеколог һәм башҡа белгестәр бар. Эшкә 156 медицина хеҙмәткәре һәм 26 мобиль комплекс йәлеп ителгән. Белгестәр медицина тикшереүе ойоштора, кәрәк булғанда, тәүге ярҙам күрһәтә. Әлеге ваҡытта төбәктә 40 меңдән ашыу пациентҡа ярҙам күрһәтелгән.

Күсмә дауаханалар Башҡортостан райондары буйлап алты маршрут буйынса хәрәкәт итә. Иглин районында киләһе туҡталыш иртәгә Сыуаш-Ҡыбау ауылында буласаҡ. Күсмә дауаханаларҙың графигы менән республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы рәсми сайтында танышырға мөмкин. Табипҡа алдан яҙылырға кәрәкмәй, ҡабул итеү сират тәртибендә ойошторола.

Фото №1 - Төпкөл ауылдарға – сифатлы медицина

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ