Ҡыҙ дауалап булмай торған ауырыу - лиссэнцефалиянан яфалана. Тыумыштан баш мейеһе үҫешендә кәмселектәр бар. Әле бала атлау түгел, башын, кәүҙәһен дә тота алмай, шуға күп осраҡта карауатта ята. Вертикаль хәлде даими тәьмин итеү өсөн уға махсус ортопедия аппараты талап ителә. Мәрхәмәтлеккә әйҙәүсе видеояҙманы БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләне.
Фирүзә Уразманова сәғәт һайын тиерлек махсус ҡоролма ярҙамында ҡыҙының тын юлдарын ҡаҡырыҡтан таҙарта. Балала көслө йүтәл, кислород етешмәүсәнлеге лә күҙәтелә. Үпкә шешеү, коронавирус менән ҡаты сирләү эҙемтәһе. Шулай ҙа әсә йөрәген иң өҙгәне – өс йәшлек Ариананың физик үҫеше, аҡылы, үҙен тотошо буйынса дүрт-алты айлыҡ сабыйҙы хәтерләтеүе. Ҡыҙға тыумыштан баш мейеһе үҫеше кәмселеге диагнозы ҡуйылған.
Ариана һөйләшмәй, ыңғыраша ғына. Кәүҙәһен дә тота алмай. Шуға Фирүзә Уразманова ҡыҙын бер секундҡа ла яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа тырыша. Һөнәре буйынса шәфҡәт туташы булғанға, барлыҡ медицина процедураларын үҙе башҡара. Физик күнекмәләр яһау ҙа ғәҙәткә индерелгән.
Бала үҙаллы ултыра-атлай алмағас, күп осраҡта ятҡан хәлдә. Ә был организм өсөн ҙур хәүеф менән янай. Йөрәк-ҡан тамырҙары, тын юлдары, аш һеңдереү системалары зыян күреүе ихтимал. Ариананың йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн вертикализатор талап ителә. Махсус ҡулайлама кешене баҫҡан хәлдә беркетеп ҡуйыуға тәғәйенләнгән. Уның ярҙамында ҡыҙҙың тормошо ла горизонталь яҫылыҡтан вертикаль хәлгә әйләнәсәк.
Вертикализаторҙы һатып алып, ҡуйыу хаҡы 287 мең ярым һумға төшә. Уразмановтар ғаиләһе был сумманы үҙаллы ғына күтәрә алмай. Шуға улар «Юғалтыуҙар юҡ» Хәйриә фондына ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Ойошма сайтында аҡса йыйыу ойошторолған. Шулай уҡ 3443 һандары буйынса «Дарю» һүҙе һәм сумманы билдәләп смс-хәбәр ҙә ебәрергә мөмкин. Аҡса мобиль иҫәптән алынасаҡ. Бөтә донъя Хәйриәлек көнө билдәләнгәндә мәрхәмәтле булайыҡ.
3443 номерына «Дарю» һүҙен һәм сумманы яҙырға
Гөлназ Хәйбуллина







