Башҡортостан летчиктары «Ҡаһарманлыҡ» ордены менән бүләкләнде.
Был туралағы Указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. Дәүләт наградаһына Константин Бузанов, Петр Филипов, Салауат Хәбиров һәм үлгәндән һуң Владимир Былда лайыҡ булған. Яҡташтарыбыҙға орден батырлыҡ һәм юғары профессионаллек өсөн бирелгән. 1996 йылдың авгусында Анапанан Өфөгө осоусы самолет ҡоштар тубы менән бәрелә. Һөҙөмтәлә двигателгә ут тоҡана. Ғәҙәттән тыш хәлдә летчиктар һауа судноһын ергә ултырта һәм 60 пассажирҙы үлемдән аралап ҡала.
Яҡташ летчиктарыбыҙҙың батырлығын социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров та билдәләне. Беҙҙең үтенескә яуап биргән һәм тарихи ғәҙеллекте тергеҙгән Президентыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ тигән Башҡортостан башлығы. Республикала тарихи ғәҙеллек тергеҙелгән был беренсе осраҡ ҡына түгел. 2020 йылдың мартында Владимир Путин указы менән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелгәйне.







