Башҡортостан хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләү эштәре әүҙемләште

Һутлы саҡта сабып ҡал! Ҡояш ҡыҙҙырыу менән Башҡортостан хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләү эштәре әүҙемләште. Ауыл хужалығы министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса бөгөнгә 2 мең тоннанан ашыу сенаж соҡорҙарға һалынған. Һөтлө һыйырҙар өсөн һутлы аҙыҡ әҙерләү әле Ҡырмыҫҡалы районының «Артемида» тоҡомсолоҡ хужалығы туғайҙарында ла ҡыҙыу бара. БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.

Ҡырмыҫҡалы районы Ляхов ауылы эргәһендә сапҡыстар эшләй. Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң техника ниһайәт, туғайға сыҡҡан. Комбайндар ҡылсыҡһыҙ күстерә үләнен яҫмаларға һала. Июнь ҡояшында бер аҙ кибә төшкәс махсус техника уларҙы сенаж итеп эшкәртә.

Александр Вишев 30 йылға яҡын ауыл хужалығында эшләй. Етәкселәр уға ҡеүәтле сит ил техникаһын ышанып тапшыра. Әле ул мал аҙығы әҙерләү комплексы менән идара итә. Сит ил машинаһы ҡеүәтле, механизаторҙар өсөн уңайлы. Әммә көнбайыштың санкцияларына бәйле был техниканы хеҙмәтләндереүҙә ҡыйынлыҡтар булыр тип күҙаллана. Ҡырмыҫҡалы оҫталары иһә, ауырлыҡтарҙы инҡар итә. Баҙарҙа алмаш өлөштәр етәрлек. Техника төҙөк, мал аҙығы менән ҡытлыҡ булмаясаҡ.

Ваҡ ремонтты үҙебеҙ башҡарабыҙ. Эшләй алмағанда алмаш өлөшкә заказ бирәбеҙ. Техниканы хеҙмәтләндереүҙә бөтөнләй ҡыйынлыҡ юҡ.

Александр Вишев, механизатор, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре

Хужалыҡта мал аҙығын әҙерләү 1 июндә башланған. Ямғырға туйынған күп йыллыҡ үләндәр күпереп үҫкән. Ауыл эшсәндәре быйыл уларҙы ике тапҡыр сабыуға өмөтләнә.

Һутлы үләндең әле файҙалы протеиндарға бай сағы. Белгестәр фекеренсә, үҫемлек сәскәгә төймәләкләнгән осорҙа уның күләме 25 процент самаһы була. Сәскә атҡанда һуң 10-12. Шуға ла мал аҙығын юғалтыуһыҙ йыйып алыу бурысы ҡуйылғанда тәү сиратта протеин күрһәткестәре күҙ уңында тотола.

Улар юғары булған осраҡта аҙыҡтың сифаты ла яҡшы тигән һүҙ. Аҡһымға һәм минераль матдәләргә бай сенаж малсылыҡта соя шротын ҡулланыуҙы сикләргә мөмкинлек бирә.

Мал аҙығының сифаты тотош хужалыҡтың киләсәгенә йоғонто яһай тигән фекергә таянып эш итә хужалыҡ эшсәндәре. Юғары етештереүсәнле һыйыр малына улар даими рәүештә һутлы аҙыҡ менән генә туландыра. Быҙауҙар тиҙерәк көрәйһен, һәүкәштәр күберәк һөт бирһен өсөн соҡорға тығыҙлап һалынған сенаж йәйге һутлы үләндең барлыҡ үҙенсәлектерен һаҡлап ҡалырға тейеш.

Фото №1 - Башҡортостан хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләү эштәре әүҙемләште

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ