Теләктәр йәйе. Донбасстан килгән балаларға Йәштәр йәмәғәт палатаһы ойошторған акция шулай атала. Уның сиктәрендә бөгөн кескәйҙәр Өфөләге ял һәм күңел асыу парктарына барҙы, көнө буйы уйнаны, сараларҙа ҡатнашты. Ә игеҙәк үҫмерҙәр хыялындағы бүләкте алып ҡыуанды. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.
Арсений менән Матвейға бөгөн 11 йәш тулды. Тыуған көндәрен улар беренсе тапҡыр үҙ өйҙәрендә түгел, ситтә уҙғара. Бығаса был байрамды тиҫтерҙәре менән үткәрһәләр, бөгөн оло ҡунаҡтар килеп көтмәгәндә шатлыҡ бүләк итте. Игеҙәктәрҙең береһенә кеҫә телефоны, икенсеһенә электр самокаты. Малайҙарың хыялын «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Йәш гвардия» ойошмаһы тормошҡа ашырған.
Донбасстан килеп ваҡытлыса Башҡортостанда йәшәүсе бөтә балаларға ла көнө буйы байрам ойошторолдо. Йәштәр йәмәғәт палатаһы уларҙы Өфө парктарында күңел асыу һәм ял программаһына алып барҙы.
Балалар «Мөғжизәле донъя» аттракциондарында йөрөнө, динозаврҙар паркында ла булды. Йәнһүрәттәрҙә генә күреп белгән хайуандарҙың күсермәһен күреп үҙҙәре лә эшләп ҡараны.
Үҫмерҙәргә бигерәк тә картингта йөрөү оҡшаны. Беренсе тапҡыр ултырыуҙарына ҡарамаҫтан, улар тәгәрмәсле техника менән оҫта идара итә.
Бер төркөм балалар «Ҡашҡаҙан» паркында ял итте. Батутта һикереү, шар эсендә һыуҙа йөҙөү кеүек мауыҡтырғыс уйындарҙа күңел асты.
Балалар өсөн туп менән хоккей уйнау ҙа ҡаралған. Йәштәр йәмәғәт палатаһы «Теләктәр йәйе» акцияһын йәй дауамында уҙғарырға ниәтләй.
Рәмилә Исмәғилева







