Республикала контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙән торған ике башҡорт батальоны булдырыла

Шайморатов исемендәге хәрби берәмек сафы тулыһынса тулыландырылған, әле гвардия майоры Александр Доставалов исемен йөрөтәсәк батальонға һалдаттар ҡабул итеү буйынса эш алып барыла.

Ошо маҡсатта контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр менән осрашыуҙар үтә. Сараның төп маҡсаты – агитация түгел, ә мәғлүмәт еткереү, тип билдәләй ойоштороусылар. Әле осрашыуҙар Стәрлетамаҡ ҡалаһында һәм республиканың бер нисә райондарында үткән.

Бөгөн сираттағы әңгәмәгә Ҡариҙел халҡы, айырып әйткәндә, хәрби ветерандар ойошмалары вәкилдәре йыйылғайны. Ойоштороусылар әйтеүенсә, теләк белдереүселәр араһында гүзәл заттар ҙа аҙ түгел.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыраҡ контракт буйынса хеҙмәт итеү йәше 50-гә тиклем арттырылғайны. Йәштән тыш, кандидаттарға ҡарата хөкөм ителмәү, бер йыллыҡ әрме хеҙмәте үтеү кеүек мотлаҡ талаптар ҡуйыла. Батальондар сафы тулылыланғас, хәрбиҙәр әҙерлек үтеп, махсус операцияға оҙатыласаҡ. Хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашасаҡ контракт буйынса хеҙмәт итеүсе һалдаттарға матди льготалар ҡаралған.

Фото №1 - Республикала контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙән торған ике башҡорт батальоны булдырыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ