Шампунь, һабын, душ кәрәк-яраҡтары, косметика Рәсәйҙә етештерелгән компонеттарҙан эшләнә башлаған. Тауарҙың сифаты шул уҡ кимәлдә һаҡланған. Иҡтисади күҙлектән предприятие зыян күрмәгән, киреһенсә, логистика һәм башҡа һорауҙар менән бәйле ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Гүзәл заттар өсөн етештерелгән кремды Гөлнара Хилажева ҡаптарға һалып тауарҙың сифатын тикшерә. Сауҙа нөктәләренә оҙатыласаҡ кремдың тышҡы өлөшө бөхтә, матур булырға тейеш.
Өфөлә көндәлек гигиена тауарҙарын етештереү цехы 2015 йылда асылған. Бында шампунь, һабын, душ өсөн әйберҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тауарҙар сәнәғәт күләмендә һатыуға әҙерләнә. Гигиена тауарҙарына ихтыяж һәр ваҡыттағыса юғары. Цех бүлектәрендә 120 хеҙмәткәр эшләй.
Ванна өсөн күперектәр етештереү предприятиеның төп йүнәлеше булып тора. Цехта тауарҙың тиҫтәләп төрө яһала. Кәрәкле форма эшләп киптерелгән продукция кибеттәргә оҙатыла.
Гигиена тауарҙарын етештереү өсөн матдәләрҙең бер өлөшө быға тиклем сит илдәрҙән килтерелгән. Быйыл цех продукцияһы башлыса Рәсәй компонеттарына күскән. Белгестәр әйтеүенсә, тауарҙың сифаты зыян күрмәгән, киреһенсә, ыңғай үҙгәрештәр артҡан.
Йылдам үҫешкән предприятие етәкселеге цехты киңәйтеү өҫтөндә эш алып бара, сөнки гигиена әйберҙәренән тыш таҙартыу, көндәлек химия тауарҙарын етештерә башлау күҙаллана. Рәсәйҙә етештерелгән сифатлы продукцияға ихтыж көндән-көн арта.
Флорида Ким




