Өфө ҡалаһы мәшғүллек үҙәге аша тиҫтәләгән кеше һайлаған һөнәре буйынса стажировка үтеп, эшкә урынлашҡан. Вакансиялар йәрминкәһе, стажировака, хеҙмәт урындарын табыусылар хаҡында киләһе сюжетта.
Марат Әхмәтвәлиев көн һайын иртән ошо һуҡмаҡтан яратҡан эш урынына ашыға. Ишетеү буйынса инвалидҡа юғары уҡыу йортонан һуң, туризм буйынса менеджер һөнәренә оҙаҡ ҡына эш эҙләргә тура килгән.
Хеҙмәттәше Анастасия Хадарина әңгәмәләшеү нигеҙендә был турфирмала мөҙҙәтле хеҙмәт килешеүе буйынса стажировка үтә, уға субсидиянан хеҙмәт хаҡы ла түләнәсәк. Бер ай ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, һөнәри компетенцияла алыштырғыһыҙ белгескә әүерелгән. Өс ай хеҙмәт килешеүе буйынса эшләгәндән һуң, уны туристик фирма етәксеһе даими эшкә урынлаштырыу мәсьәләһен дә хәл ителәсәк.
Туристик фирма йыл башынан эш урындарын ойоштороу маҡсатында дәүләттән 78 630 һумлыҡ субсидия алған. Туроператорҙар Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарына республика буйлап үҙенсәлекле сәйәхәттәр тәҡдим итә. «Мистик Өфө» авторлыҡ автосәйәхәт баш ҡалабыҙҙы бөтөнләй икенсе юҫыҡтан асырға мөмкинлек бирә. Бынан тыш «Өләсәйгә ҡунаҡҡа» проекты ла бик үҙенсәлекле. Сөнки бында үҙ эшен белгән оҫта менеджерҙар эшләй, ти, етәкселәре.
Эльвира Ишмөхәмәтова Өфө мәшғүллек үҙәге аша эш эҙләргә ҡарар иткән. Дөйөм ауырыу буйынса мөмкинлектәре сикле булғас, һаулығына зыян килтермәҫтәй, компьютер менән бәйләнеше булмаған эш эҙләй. Бер нисә эш биреүсе менән әңгәмәнән, эш эҙләүсе ҡәнәғәт ҡалғанын белдереп, һаулығыма зыян итмәй торған эш урынын табырына өмөтө ҙур.
Баш ҡаланың мәшғүллек үҙәге аша 2019 йылдан алып 16 меңдән ашыу махсус белемле һәм юғары белемле йәштәр эш тапҡан. Уларҙы стажировкалау маҡсатында бюджеттан йыл һайын 18 миллион һум аҡса бүленә. Ә Өфө өсөн был һан 4 миллион һум тәшкил итә.
Республика бюджетынан инвалидтарҙы стажировкалауға ғына йыл һайын ике миллион ярым һум аҡса бүленә. Йыл һайын мөмкинлеге сикләнгән йәштәрҙең 63 проценты эшкә урынлаштырыла.
Өфө мәшғүллек үҙәгенең юғары һәм махсус уҡыу йорттары, муниципалитеттар һәм эш биреүселәр тығыҙ хеҙмәттәшлеге мөмкинлектәре сикләнгәндәр йәштәргә социалләшергә, һайлаған һөнәре буйынса яҡшы һөнәрмән икәнен раҫлауға киң юлдар аса.
Гүзәл Борханова







