Башҡортостанда юлдар төҙөлөшөнә иғтибар арта

Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында  Республика башлығы Радий Хәбиров “Автодор” дәүләт компанияһы идаралығы рәйесе Вячеслав Петушенко менән осрашты. Уның  барышында Екатеринбургтан Ҡара диңгеҙ яры буйына тиклем  буласаҡ транспорт проекты тураһында һүҙ барҙы. Юл магистрале транзит потенциалын, уңайлылыҡты арттырыу, юл хәрәкәтендә хәүефһеҙлекте кәметеүгә мөмкинлек бирәсәк, тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда юлдар төҙөлөшөнә иғтибар арта

Көн тәртибендә Башҡортостан биләмәһе аша уҙған  Мәскәү- Екатеринбург  юғары тиҙлекле юл төҙөлөшө проекты ла булды. Әле участкаларҙа төҙөлөш урындары әҙерләнә, документтар рәткә килтерелә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ойоштороу эштәре графикка ярашлы алып  барыла, Тәтешле, Борай һәм Дүртөйлө райондарында яңы магистраль өсөн участкалар, маршрут трассаһы яҡын урында төҙөлөш материалдары өсөн  карьер бүленгән. Яңы магистраль төбәктә транспорт һәм туризм, юл яңы сервисын үҫтереүгә һәм яңы эш урындары булдырыуға булышлыҡ итәсәк.

Фото №1 - Башҡортостанда  юлдар төҙөлөшөнә  иғтибар арта
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ