Өфөлә "Росстандарт"тың еңел сәнәғәт продукцияһы өсөн һынау лабораторияһы эшләй башлай

Петербург иҡтисад форумында Республика башлығы Радий Хәбиров стандартлаштырыу агентлығы етәксеһе Антон Шалаев, Кластерҙар һәм технопарктар берлеге директоры Андрей Шпиленко менән осрашты. Унда белдерелеүенсә лаборатория быйыл декабрҙә асылырға тейеш. Бындай лабораторияларҙы һәр технорпаркта булдырыу кәрәклеге тураһында әйтелде. Яңы нормалар Башҡортостанда һыналыуы мөмкин. Республика Башлығы был тәҡдимде хупланы. Росстандарт үҙәктәре сығарылған продукцияға шунда уҡ сертификат биреү мөмкинлеге буласағы тураһында белдерҙе.

Фото №1 - Өфөлә "Росстандарт"тың еңел сәнәғәт продукцияһы өсөн һынау лабораторияһы эшләй башлай
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ