Форумда бер нисә түңәрәк өҫтәл ойошторолған. Власть һәм бизнес араһында хеҙмәттәшлек, туризм, балалар һәм йәштәр ойошмалары эшмәкәрлеге, социаль проекттарҙы танытыу, илһөйәрлек темалары ҡарала. Республика парламенты вице-спикеры Тамара Танһыҡҡужина “Эшҡыуарлыҡта социаль яуаплылыҡ” тигән майҙансыҡта барған фекер алышыуҙа ҡатнаша. “Бизнес һалым түләүҙән тыш, йәмғиәт өсөн файҙалы эштәрҙә лә ҡатнашырға тейеш”, - тип иҫәпләй ул.




