Ике «Лада Гранта» бәрелеп, өс кешенең ғүмере өҙөлгән

Стәрлетамаҡ районында «Лада Гранта» менән «Лада Приора» автомобилдәре ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһында 2 кеше һәләк булған. Авария Салауат – Стәрлетамаҡ трассаһында теркәлгән.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, «Гранта» водителенең ваҡиға урынында ғүмере өҙөлгән, ҡаршы һыҙаттан хәрәкәт иткән «Приора» ға идара итеүсе дауаханаға оҙатылған.

Уҙған кис Благовар районында ла үлемесле авария теркәлгән. «Лада гранта» менән ҡаршыға килгән «Форд» транзит йөк автомобиле бәрелешкән. 43 йәшлек автоһәүәҫкәр һәләк булған. Йөк автомобиле водителе ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Ике осраҡ буйынса ла тикшереү бара.

Фото №1 - Ике «Лада Гранта» бәрелеп, өс кешенең ғүмере өҙөлгән

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ