Әле Темәс урта мәктәбе менән Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбендә күләмле ремонт башҡарыла. Эштәр федераль программа буйынса алып барыла. Яңы уҡыу йылына белем усаҡтары тулыһынса яңыртылырға тейеш. Төҙөкләндереү барышы хаҡында киләһе яҙмала.
Баймаҡ ҡалаһының өсөнсө мәктәбендә ремонт май байрамдарынан һуң башланды, бөгөнгө көндә эштәрҙең 25 проценты тамамланған. Бинаның өс ҡатында ла төҙөкләндереү әүҙем бара.Түшәмдәр, стеналар яңыртылған,электр, һыу селтәрҙәре алыштырыла, бетон иҙәндәр түшәлә.
Темәс ауылы мәктәбендә лә 22 кешенән торған төҙөлөш бригадаһы күләмле ремонт башҡара. Беренсе ҡаттың стена түшәмдәре яңыртылған, икенсе ҡатта демонтаж эштәре башланған.Шулай уҡ тыш яҡтан металл сайдинг менән көпләү һәм ҡыйығын алыштырыу менән дә шөғөлләнәләр.
Белем учереждениеһының икеһендә лә ремонт эштәре менән «Төҙөлөш-монтаж компанияһы М» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте шөғөлләнә.Үҙ эштәрен яҡшы белгән,тәжрибәле төҙөүселәр балаларҙы яңы уҡыу йылын бөтә шарттар булдырылған белем усағында ҡаршылаясаҡ тип белдерә.
Мәғлүм булыуынса Темәс ауылының һәм Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәптәрендә әлегә тиклем бындай күләмле ремонт эштәре булмаған.Белем усаҡтарының ихата алдарында ла яңыртыу буласаҡ. Биләмә алдына асфальт япмаһы түшәләсәк,яңы ҡоймалар ҡуйыласаҡ.




