Илеш районы Дөмәй ауылында яңы амбулатория сафҡа инәсәк

Медицина учреждениеһы беренсел ярҙам күрһәтеү өлкәһен модернизациялау пограммаһы буйынса төҙөлә. Әле төҙөлөш 70 процентҡа тамамланған, бинала биҙәү эштәре бара. Табиптар өсөн яңы ҡоролмалар ҙа һатып алынған. Амбулатория тәүге пациенттарын ҡасан ҡабул итә башлай? БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова асыҡланы.

Дөмәй табип амбулаторияһы үткән быуатта төҙөлгән бинала урынлашҡан. 50 йылдан ашыу пациенттарға ярҙам күрһәткән дауаханала эшләү шарттары хәҙер хәүеф тыуҙыра. Түбә һәм стеналар буйлап тәрән ярыҡтар тарала, ҡыйыҡтан һыу аға һәм бүлмәләрҙә ел үтә өрә.

Дөмәй табип амбулаторияһы эргәләге 7 ауылда йәшәгән 200 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Шуға күрә яңы амбулатория төҙөү – көнүҙәк мәсьәлә. Яңы медицина учреждениеһында һәр белгестең үҙ бүлмәһе һәм өҫтәмә эш урындары ла булдырыласаҡ.

Медицина учреждениеһы һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау программаһы сиктәрендә төҙөлә. Был маҡсатта федераль ҡаҙнанан 26 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ошо сумма яңы медицина ҡорамалдары һатып алыу өсөн дә ҡулланыла. Әле үк электрокардиограф, стерилләү һәм ҡан баҫымын үлсәү аппараттары алынған.

Урындағы үҙәк район дауаханаһы еткәселеге төҙөлөш эштәренең барышы менән ҡәнәғәт. Табиптарҙың теләктәрен иҫәпкә алып, стеналар санитар эшкәртеү үткәреүҙе еңеләйтеүгә иҫәпләнеп биҙәлә. Төп төҙөлөш эштәре менән бер рәттән, бинаның тирә-яғы латөҙөкләндерелә. Яңы амбулатория сентябрҙә тәүге пациенттарын ҡабул итә башлар тип көтөлә.

Фото №1 - Илеш районы Дөмәй ауылында яңы амбулатория сафҡа инәсәк

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ