Алға, Башҡортостан! Беҙҙең республика милли рейтингта илдә тәүге биш төбәк исемлегендә

Башҡортостан Рәсәй төбәктәренең инвестиция климаты милли рейтингында 5 баҫҡыста нығынды. 2021 йыл һөҙөмтәләрен Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы барышында Рәсәй хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов иғлан итте.

Алға, Башҡортостан! Беҙҙең республика милли рейтингта илдә тәүге биш төбәк исемлегендә

Башҡортостан Милли рейтингта тәүге бишәү исемлегенә былтыр күтәрелде. 2021 йылда республиканың төп капиталына 419 миллирд һумдан ашыу инвестициялар йәлеп ителгән, 948 инвестиция проекты уңышлы ғәмәлгә ашырылған. “Коронавирус пандемияһы шарттарында бизнес өсөн ҡатмарлыҡтар булды. Беҙгә хатта сикләүҙәр индерергә тура килде”, - тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.

Алға, Башҡортостан! Беҙҙең республика милли рейтингта илдә тәүге биш төбәк исемлегендә

“Бөгөн милли рейтингтың әһәмиәте арта. Ҡатмарлы шарттарҙа  иҡтисади үҫеш инвестицияларға бәйле”, - ти Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров.

Алға, Башҡортостан! Беҙҙең республика милли рейтингта илдә тәүге биш төбәк исемлегендә

 “Башҡортостан етәкселеге тиҙ арала аныҡ ҡарар ҡабул итә белә. Бында инвесторҙар өсөн тейешле шарттар булдырылған”, - ти “Амкодор” йәмғиәте директорҙар советы рәйесе Александр Шакутин.

Алға, Башҡортостан! Беҙҙең республика милли рейтингта илдә тәүге биш төбәк исемлегендә
Башбат
Фото №1 - Алға, Башҡортостан! Беҙҙең республика милли рейтингта илдә тәүге биш төбәк исемлегендә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ