Радий Хәбиров Ҡаҙағстан президенты Ҡасым-Жомарт Токаев менән осрашты

Санкт-Петербургтағы Халыҡ-ара иҡтисади форум сиктәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан президенты Ҡасым-Жомарт Токаев менән осрашты.

Хөкүмәт ағзалары ҡатнашлығында яҡтар араһында сауҙа-иҡтисади, сәнәғәт, инвестиция һәм мәҙәни-гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте нығытыу саралары ҡаралды. Ҡасым-Жомарт Токаев билдәләүенсә, Ҡаҙағстандың Рәсәй менән стратегик партнерлығында Башҡортостан айырыуса урын биләй.

Башҡортостан башлығы Ҡаҙағстандың Халыҡ-ара аренала республика өсөн мөһим партнер булыуын билдәләне. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса ғына тауар әйләнеше 430 миллион долларға еткән. Былтыр республика делегацияһының сит илгә эш сәфәре барышында хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса эшсе төркөм дә булдырылған.

Үҫеш ҡеүәте юғары. Павлодарҙа Башҡорт сода компанияһы ҡатнашлығында химия кластеры ойоштороуҙа ҙур мөмкинлектәр асыла. Сибайҙағы инвестиция һабантуйында Ҡаҙағстан предприятиелары менән төҙөлгән башҡа күләмле килешеүҙәр буйынса ла һөҙөмтәле эш алып барыла.

Фото №1 - Радий Хәбиров Ҡаҙағстан президенты Ҡасым-Жомарт Токаев менән осрашты

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ