Республикала йылытыу миҙгеленә әҙерлек башланды

Ҡышҡылыҡҡа коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә 1 645 ҡаҙанлыҡты, 517 йылытыу пунктын һәм 16 мең саҡрымдан ашыу һыу торбаһын әҙерләргә кәрәк. Аҙна башында үткән оператив кәңәшмәлә билдәле булыуынса, әле миҙгелгә әҙерлек 32 процент тәшкил итә.

«Өфө инженер селтәрҙәре» предприятиеһы баш ҡаланың Коммунистик, Дорофеев һәм Чернышевский урамдары киҫелешендә йылытыу селтәрҙәрен яңырта. Капиталь ремонт май аҙағында башланған. 2000-се йылдар башында һуҙылған торбаларҙы монтажлау элеккеһенә ҡарағанда ҡеүәтлерәк ҡаҙанлыҡҡа тоташырға мөмкинлек бирә. Шул уҡ ваҡытта эргәләге торлаҡ йорттар эҫе һыуҙан өҙөлмәгән. Заманса һыу үткәргес торбалар оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк, тигән фекерҙә белгестәр. Туҙғандарын алмаштырыу йылытыу миҙгелендә ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сығыу хәүефенән аралар тип көтөлә.

Йылытыу миҙгеленә әҙерлек сиктәрендә баш ҡалала 9 мең 400 метрҙан ашыу йылытыу селтәрҙәре алмаштырыласаҡ. Төҙөкләндереү эштәре юлдарҙы ябыу менән бәйле булғанға күрә, бер нисә этапта башҡарыла.

Анна Горюхина, «Өфө инженер селтәрҙәре» муниципаль унитар предприятиеһының матбуғат хеҙмәте етәксеһе

Шулай уҡ ҡаҙанлыҡтарҙа ла төҙөкләндереү эштәре йылдам бара. Мәҫәлән, «Өфө инженер селтәрҙәре» ойошмаһына ҡараған 39-сы ҡаҙанлыҡта 1976 йылда һуҙылған һыуыҡ һыу торбалары алмаштырыла. Шулай уҡ яҡын арала энергия һаҡлаусы ҡоролмаларҙы ҡуйыу планлаштырылған. Был ҡаҙанлыҡтар сәғәтенә 300 гигакалорий етештереп, 179 торлаҡ йортто, 56 социаль объектты һәм 100-ҙән ашыу ойошманы хеҙмәтләндерә.

Ағымдағы ремонт буйынса күләмле эштәр башланды. Шулай уҡ капиталь ремонт сиктәрендә 5 ҡаҙанлыҡты алмаштырабыҙ, 33 насос ҡуясаҡбыҙ. Яңылары энергия һаҡлау һәм ҡеүәте буйынса ла күпкә яҡшыраҡ. Эш графикка ярашлы бара, әлеге ваҡытта 15-20 процентын тамамланыҡ.

Ирек Ғилманов, «Өфө инженер селтәрҙәре» муниципаль унитар предприятиеһының техник директоры урынбаҫары
Фото №1 - Республикала йылытыу миҙгеленә әҙерлек башланды

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ