Аптыраған айыу урамға сыҡҡан

Был видео Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында төшөрөлгән. Яҡынса бер йәш тирәһендәге урман хужаһы ауыл урамдарын ҡыҙыра. Халыҡты иң ғәжәпләндергәне: эргә-тирәлә тайыштабандар йәшәрлек ҡуйы урман да юҡ.

Йыртҡыс хайуандың ауыл урамына нисек үтеп инеүен фаразларға ғына ҡала. Күрәһең, яланда айыуға туйынырлыҡ тереклек булмауы алып килеүе ихтимал. Бәхеткә күрә, уның ҡаршыһына йорт хайуандары йәки балалар сыҡмаған. Йыртҡыстан зыян күреүселәр юҡ.

Фото №1 - Аптыраған  айыу урамға  сыҡҡан

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ