Башҡортостан Бахрейн короллеге менән иҡтисади бәйләнеш булдырҙы

Рәсәй яңы дәүергә ҡеүәтле мөстәҡил дәүләт булараҡ аяҡ баҫа... Был турала бөгөн Рәсәй Президенты Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында белдерҙе. Яңы шарттарҙа иҡтисадты үҫтереү һәм халыҡҡа дәүләт ярҙамы сараларын көсәйтеү мөһим.

Форумдың пленар ултырышында ил Президенты Рәсәйҙең киләһе осорға үҫеш йүнәлештәрен билдәләне. Бөгөн шулай уҡ стретегик башланғыстар агентлығының инвестиция мөхите милли рейтингы һөҙөмтәләрен иғлан итте. Башҡортостан унда 5-се урынға сыҡты.

Донъялағы тәрән үҙгәрештәр, күп ҡотопло ҡоролошҡа нигеҙ һала. Шуға ла иҡтисадтың ҡеүәтен артабан да нығытыу мөһим, тип белдерҙе Рәсәй Президенты. 7 процентлы ташламалы торлаҡ ипотекаһы кеүек сәнәғәт ипотекаһын булдырыу мөһим. Уның процент ставкаһы йыллыҡ 5 процент кимәлендә күҙаллана. Ауыл хужалығын үҫтереү ҙә өҫтөнлөклө йүнәлештәр иҫәбендә. Йылдам үҫештең нигеҙендә бизнесҡа аныҡ ярҙам саралары. Был йәһәттән Владимир Путин стратегик башланғыстар агентлығының инвестиция рейтингында уңыш ҡаҙанған төбәктәрҙе атаны.

Башҡортостан инвестиция рейтингында 5-се баҫҡыста нығынды. Пандемия шарттарында ла республика хөкүмәте йүнселдәргә үҫеш мөмкинлектәрен тьәмин итте. Башҡортостандың инвестиция комитеты эшҡыуарҙарҙың иң юғары баһаһын ҡаҙанды.

Рейтингта төбәктәге власть вәкилдәренең эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыуы баһалана. Административ кәртәләр, инфраструктура объекттары, инженер селтәрҙәренә тоташыу кеүек төрлө күрһәткестәр ҙә иҫәпкә алына. Тәүге бишәү исемлегендә Башҡортостан икенсе йыл рәттән урын ала. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 93 миллиард һумлыҡ меңгә яҡны инвестиция проекты ғәмәлгә ашырылған.

Ҡайһы бер партнерҙарҙың хеҙмәттәшлектән баш тартыуы, икенселәре менән бәйләнеш булдырыуға мөмкинлек асты. Мәҫәлән, Санкт-Петербургтағы форум сиктәрендә Башҡортостан Бахрейн короллеге менән иҡтисади бәйләнеш булдырҙы. Туризм һәм сауҙа өлкәһендә хеҙмәттәшлек күҙаллана. Башҡортостан башлығы шулай уҡ Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым Жомарт Токаев менән дә осрашты. Ике яҡлы сауҙа-иҡтисади, сәнәғәт, инвестициялар һәм мәҙәни гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу юлдары барланды.

Форумдың өсөнсө көнөндә республика хөкүмәте тағы ла тиҫтәләнгән килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Мәҫәлән, Ростуризм менән Башҡортостанды «Ҙур Урал» макротөбәгенә инеү тураһында килешелде. Сәйәхәт һәм ял индустрияһын үҫтереү маҡсатында илдә 20 ошондай берләшмә булдырыла. Форумда шулай уҡ Башҡортостанда электр етештереү кластерын ойоштороу тураһында документҡа ҡул ҡуйылды. Башҡортостан шулай уҡ физик культура һәм спортҡа халыҡты ылыҡтырыу маҡсатында спорт державаһы форумы менән хеҙмәттәшлекте яйҙа һала.

Фото №1 - Башҡортостан Бахрейн короллеге менән иҡтисади бәйләнеш булдырҙы

Рафиҡ Әхмәтшин

Волна
Акции БСТ